Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2024, 12:00

Ир урманда бәшмәк эҙләгән. Һуңынан уның үҙен йөҙ кеше эҙләргә сыҡҡан

Кисә Яңауыл районында көндөҙ бәшмәк йыйырға юлланған ир урманда аҙашҡан.

Ир урманда бәшмәк эҙләгән. Һуңынан уның үҙен йөҙ кеше эҙләргә сыҡҡанИр урманда бәшмәк эҙләгән. Һуңынан уның үҙен йөҙ кеше эҙләргә сыҡҡан
Ир урманда бәшмәк эҙләгән. Һуңынан уның үҙен йөҙ кеше эҙләргә сыҡҡан

Кисен ир үҙе ҡустыһына шылтыратып, аҙашҡанын хәбәр итә, шунан һуң уның телефоны һүнә. Шул уҡ кистә уны эҙләп таба алмайҙар, иртән эҙләүҙәргә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡушыла.

Ир йәшәгән Вояҙы ауылынан 4 км алыҫлыҡта тәүҙә уның автомобиле табыла. Ә көндөҙ ҡотҡарыусылар юғалған кешенең ҡустыһы менән бергә бәшмәксене лә эҙләп таба. Урында уҡ уға ярҙам күрһәтелә, сөнки ир ныҡ өшөгән, хәлһеҙләнгән була. Шунан һуң ғына уны ауылына алып ҡайталар.

Ир төндө түңгәктә үткәргән, ике зажигалкаһы ла дымланғас, усаҡ яға алмаған.

Эҙләүҙәргә хоҡуҡ һаҡлау органдары, БР "Яңауыл урман хужалығы" хеҙмәткәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе вәкилдәре йәлеп ителгән.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Ир урманда бәшмәк эҙләгән. Һуңынан уның үҙен йөҙ кеше эҙләргә сыҡҡан
Ир урманда бәшмәк эҙләгән. Һуңынан уның үҙен йөҙ кеше эҙләргә сыҡҡан
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас