Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель , 09:08

"Иджара" продукты буйынса тәүге клиент

Өфөнән эшҡыуар Эльвира Рафиҡова шәриғәт принциптарына тура килгән "Иджара" продукты буйынса Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы ярҙамында машина алған.

"Иджара" продукты буйынса тәүге клиент
"Иджара" продукты буйынса тәүге клиент
«Иджара» - яңы барлыҡҡа килгән финанс программаһы, проценттары юҡ, шәриғәт ҡанундарына тура килә. Эшҡыуар уның буйынса 1,85 млн һум аҡса алып, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проектына ярашлы, рефрижераторлы фургонлы Лада Гранта автомобиле һатып алған.
Шуны ла онотмағыҙ: ислам финанслауына тәмәке, алкоголь, сусҡа ите, ҡомарлы уйын менән бәйле эшмәкәрлек тыйыла.
«Иджара» буйынса 500 меңдән алып 50 млн һумға тиклем аҡса йәки махсус техника, автомобиль, автобус алырға була. Эльвира Рафиҡова тәбиғи сеймалдан кондитер ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнә.
Тулыраҡ мәғлүмәт: rlcrb.ru, +7 (347) 222-46-16.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: