Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2024, 11:42

Хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡотҡармаған...

Талбазы ауылы янындағы юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике айлыҡ бала һәм уның әсәһе, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән эләктерелгән булһалар ҙа, автомобиль салонынан осоп сыға. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәхеткә күрә, бер нисә минуттан авария урынына балалар санитар авиацияһының яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау бригадаһы килеп етә (табиптар Стәрлетамаҡтағы пациентҡа юлланған була).

Хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡотҡармаған...Хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡотҡармаған...
Хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡотҡармаған...

Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре тиҙ ярҙам бригадаһы менән бергә балаға ваҡиға урынында ярҙам күрһәтә. 

"Тикшереүҙән һәм беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң, баланы әсәһе менән бергә белгестәр оҙатыуында артабан тикшереү һәм дауалау өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһына оҙаталар", - тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Фото: https://vk.com/minzdrav_02?from=search

 

Хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡотҡармаған...
Хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡотҡармаған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас