23-24 апрелдә сираттағы зона ҡарауҙары Белорет районында, Бөрйән районында һәм Межгорье ҡалаһында үтте.
Белорет районы - "Хәтер китабы: Улар Еңеү менән ҡайттылар", Бөрйән районы - "Мәңгелек хәтер", Межгорье - "Һин иҫтә тот! Бер ҡасан да онотма!" концерт программаларын әҙерләгән.
Учалы районының ижади коллективтары ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Еңеү салюты!" республика халыҡ ижады фестивалендә әүҙем ҡатнашып, "Утыңды һүндермәйсә, мине көт..." тигән театрлаштырылған тамаша менән сығыш яһаны.
Коллективтарҙың программаларын Республика халыҡ ижады үҙәгенән компетентлы жюри баһалай: халыҡ ижады бүлеге мөдире, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова, йыр-хор жанры буйынса төп белгес Наталья Кондакова, театр сәнғәте буйынса төп белгес Эльвира Дәүләтбирҙина, төп методист Айгөл Зарипова.
Фестиваль көндәрендә бөтәһе 875 һәүәҫкәр артист, 1240 тамашасы ҡатнашҡан.
Фестиваль тураһында мәғлүмәттәр рәсми төркөмдә яҡтыртыла: https://vk.com/salut_pobedy_bashkortostan
Фото: https://rcntrb.com/ru/news/9644-respublikanskij-festival-narodnogo-tvorchestva-salyut-pobedy-prodolzhaet-svoe-shestvie-po-bashkortostanu