Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель , 09:25

"Агростартап" грантына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты буйынса "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы" төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның "Агростартап" программаһы бар. Әле грант  алыуға ғаризалар ҡабул ителә. Кемдең дәүләт ярҙамы алғыһы килә, 9 майға тиклем документтар ебәреп өлгөрөгөҙ.

"Агростартап" грантына ғаризалар ҡабул ителә
"Агростартап" грантына ғаризалар ҡабул ителә

«Агростартап» буйынса дәүләт, дөйөм алғанда, 149 млн һум аҡса йүнәлтә. Был сумма үткән йылдағыға ҡарағанда, 1,5 тапҡырға күберәк. Былтыр 24 кеше - эш башлап торған фермер, ярҙамсы хужалыҡ етәксеһе - грант алған.

 

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: