Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 19:15

Йәштәребеҙ уңышлы һәм бәхетле булһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа алға барасаҡ

Бөгөн Өфөлә «Инсайт успеха» республика йәштәр фестивале асылды.

Йәштәребеҙ уңышлы һәм бәхетле булһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа алға барасаҡ
Йәштәребеҙ уңышлы һәм бәхетле булһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа алға барасаҡ

Ул “Президент-Отель” бинаһында үтә. Район һәм ҡалаларҙан йәш активистар, йәштәр ойошмалары лидерҙары, муниципалитеттарҙың йәштәр сәйәсәте буйынса белгестәре, Өфө вуздары вәкилдәре, студенттар ҡатнаша. Ойоштороусы булараҡ БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты белгестәре йәштәр менән ошондай форматта осрашыуҙың әһәмиәтен билдәләй. Әйткәндәй, фестиваль иртәгә тамамлана.

Йәштәр сәйәсәте: янауҙар һәм мөмкинлектәр” тип аталған стратегик сессияла БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны.

Азат Шамил улы йәштәр сәйәсәтенә иғтибар артыуын, махсус хәрби операция шарттарында илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙең мөһимлеген телгә алды. Ул активистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе, йөкмәткеле йылы осрашыуҙан йәштәр, моғайын, ҡәнәғәт ҡалғандыр.

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров йәштәр менән эш алып барыу һөҙөмтәләре, уларға булдырылған мөмкинлектәр, киләсәккә ниәттәр тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, республикала һуңғы йылдарҙа йәштәргә заманса майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, 2021 йылда баш ҡалабыҙҙа “Йәшлек Хаус” эшләй башланы. Бөгөн унда бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сара үтә. Нефтекамала, Учалыла - Йәштәр йорто, Ғафури районында “Форсат” йәштәр үҙәге асылды. Краснокама районында, Күмертауҙа ла йәштәргә был йәһәттән уңайлыҡ булдырылды. Йәштәр менән эшләү буйынса кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Әлбиттә, йәш кешеләр насар йүнәлештән китмәһен өсөн дә күп көс сарыф итергә кәрәк. Беҙҙең егет һәм ҡыҙҙар аңлы, әүҙемдәр күп, һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек хәрәкәте лә үҫә.

Фестивалдең тәүге көнөндә ҡатнашыусылар стратегик сессияла идеяларын тәҡдим итте, тәжрибә менән уртаҡлашты.

Сара иртәгә лә дауам итә.

Фото: Автор фотоһы.

Йәштәребеҙ уңышлы һәм бәхетле булһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа алға барасаҡ
Йәштәребеҙ уңышлы һәм бәхетле булһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа алға барасаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: