Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 21:22

Радий Хәбиров Дубайҙа климат һәм мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министр менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Амна бинт Абдулла Әл Дахак Әл Шамси менән хәләл продукция тураһында һөйләште.

Радий Хәбиров Дубайҙа климат һәм мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министр менән осрашты
Радий Хәбиров Дубайҙа климат һәм мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министр менән осрашты

Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, "Роскачество"ла хәләл стандарты буйынса сертификатлау үтте.

Министр менән осрашыуҙа Радий Хәбиров хәләл ауыл хужалығы продукцияһы тураһында бәйән итте, билдәле башҡорт солоҡ балы хаҡында һөйләне.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат һәм мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры билдәләүенсә, улар Башҡортостан иҡтисадының төрлө тармағына, шул иҫәптән ауыл хужалығы, технологиялар, ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһенә, инвестиция һалыу буйынса фекер алышыуға әҙер. 

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: