Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 20:30

Депутаттар тамашасыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләй

РФ Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты күмәк кеше ҡатнашлығындағы мәҙәни сараларҙы ойоштороу һәм үткәреүгә бәйле талаптар яҙылған документ әҙерләгән. 

Депутаттар тамашасыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләй
Депутаттар тамашасыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләй

Башланғыс авторҙары – беренсе вице-спикер Александр Жуков, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Елена Ямпольская һәм хәүефһеҙлек буйынса комитеты рәйесе Василий Пискарев. Улар “Мәҙәниәт тураһында РФ ҡануниәте нигеҙҙәре” Законына үҙгәрештәр тәҡдим итә. Документҡа ярашлы, күмәк тамашасы өсөн сараларҙы ойоштороу һәм үткәреүҙә йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында статья өҫтәлә. Тамашаны ойоштороусылар сара үтәсәк урынды хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы әҙерләргә бурыслы. Ойоштороусы менән бина милексеһе араһында махсус килешеү төҙөлөргә тейеш. Унда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһында пункт мотлаҡ теркәлә. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлаусыларға ла хәбәр ителә, субъекттың юғары органына, башҡарма власть органдарына кәм тигәндә 30 көн ҡала сараның темаһы, урыны, ваҡыты, ҡатнашыусыларҙың, тамашасыларҙың яҡынса һаны тураһында мәғлүмәт ебәрелә.

Авторҙар был закон проектының ҡабул ителеүенә өмөтләнә. Шул сағында проект хаҡында тулыраҡ беләсәкбеҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: