Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 12:30

"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."

Йылайыр районы халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡара. Мәҫәлән, кисә Һабыр һәм Ашҡаҙар ауылы араһындағы яланлыҡта 5 гектарҙан ашыу ерҙә йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртҡандар. Был турала Ғайса Ишмөхәмәтов хәбәр итә. 

"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."
"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."

- "Хәтер баҡсаһы" булдырып, герой яугирҙарыбыҙҙың рухтары шатланыр, оло ҡайғы кисергән ата-әсәһенең, яҡындарының әҙ генә булһа ла күңелдәре тынсыр, ҡайғы-хәсрәттәре кәмер, - тип яҙа уҡытыусы. - Үткән аҙнала Юламанов Иштуған Рәил улының исеменә арнап, район буйынса 8 команда ҡатнашлығында балалар араһында мини-футбол буйынса турнир үтһә, шунан һуң Йылайыр башҡорт гимназияһында уға мемориаль таҡтаташ асылды һәм уҡыу кабинетында "Герой партаһы" булдырылды .Ә кесе йома көндө тыуған ауылындағы Ашҡаҙар мәктәбе тирә-яғына 26 күк шыршы ултыртыласаҡ. Эйе, 26 йыл ғына түгел, ә йәшәйһе лә йәшәйһе ине, тик ул намыҫ, выждан,Т ыуған ил алдындағы бурысты беренсе урынға ҡуйҙы, ошо ҡиммәттәрҙе яҡларға, һаҡларға яуға ынтылды, ғүмерен бирҙе...

Ҡайталмаһам онотмағыҙ,
Яҡты хәтер һеҙ һаҡлағыҙ!
Мин ҡайтырмын яҙҙар һайын,
Япраҡ ярһа ап-аҡ ҡайын...

Фото: Ғайса Ишмөхәмәтов.

"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."
"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."
"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."
"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."
"Ҡайталмаһам - онотмағыҙ..."
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: