Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2024, 06:30

Аҡҡоштар...

Күгәрсен районының Бикес ауылы янында ҡар һыуынан хасил булған күлдә аҡҡоштар йәшәй. Ғәҙәттә, йәйен ул соҡорҙа һыу кибә. Һуңғы тапҡыр һанағанда аҡҡоштар 14 ине.

Аҡҡоштар...Аҡҡоштар...
Аҡҡоштар...

Һыу кипкәс, нишләр икән был матур ҡоштар? Хәйер, биналар (малсылыҡ комплексы) артында бер бәләкәй генә һыу ятҡылығы була торған. Тик был тиклем аҡҡош унда һыйырмы? 

Әйткәндәй, йорттар юл аша ғына, транспорт геүләп тора - ҡоштар ҡурҡмай ҙа.

Аҡҡоштар...
Аҡҡоштар...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас