Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 12:00

14 йәшлек ҡыҙ бала юғалған

Өфөлә Капитолина Санникованы эҙләйҙәр. Уның күҙҙәре ике төрлө.

14 йәшлек ҡыҙ бала юғалған
14 йәшлек ҡыҙ бала юғалған

Ҡыҙ кисә өйөнә ҡайтмаған, тип хәбәр итәләр "БашРегионСпас" эҙләү отрядынан.

Билдәләре: оҙон буйлы (170 см), уртаса кәүҙәле, ҡарағусҡыл каштан сәсле, күҙенең береһе - ҡуңыр, икенсеһе һоро төҫтә. Асыҡ һоро толстовкала, ҡара клеш джинсы, ҡара кроссовка кейгән.

Күреүселәр булһа, ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 8 (937)3-102-112 йәки 112.

Фото: "БашРегионСпас".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: