Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 21:00

***

Әгәр миңә ышанаһың икән, Бер ҡасан да минең турала Теләһә ниндәй үткенсенән һорап, Яҙмышымды хата юрама. Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким, Бер ҡасан да ғорур иркемде Йәберһетер өсөн башҡаларҙан Ҡулдарына бирмәм бер кемдең! Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан. Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө. Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа, Бөтәһенән элек, мин – Кеше! Бөтә әҙәм минән боролһа ла, Танымайса ғорур хисемде, Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем, Байраҡ итеп ошо исемде... #РәмиҒарипов

***
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: