Нисә быуын ошо халыҡ араһында популярлыҡ яулаған ретро йырҙар менән йәшәй!
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ғилман Иҙрисовтың иҫтәлегенә «Юлдаш» радиоһы ойошторған
«Йырҙарым һеҙгә ҡала» концертында тамашасылар ысын мәғәнәһендә моң тулҡынында бәүелде, йәшлек хистәрен яңыртты.
Шағирҙың йырҙарын сәхнәлә танылған йырсылар Фән Вәлиәхмәтов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ғәзим Ильясов, Резеда Әминева, Юлай Асҡаров, Рәмил Хәзиев, Харис Шәрипов, Тимур Рамазанов, Айтуған Ғәйзуллин, Наилә Шәрипова, Ейәнсура районының «Үҫәргән егеттәре» ансамбле яңғыратты. Шиғирҙың ейәнсәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы студенткаһы Розалия Ноғоманованың олатаһының йырын башҡарыуы моңло күңелле Иҙрисовтарҙың лайыҡлы, талантлы нәҫеле барлығын дәлилләне. Тамашалағы йырҙарҙа , шиғырҙарҙа үҙенең хис-тойғоларға бай, ябай ижады менән халыҡ мөхәббәтен яулаған Ғилман Уйылдан улының рухын тойғандай булдыҡ.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.