Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2024, 17:05

Ялған банк ҡушымтаһынан һаҡ булығыҙ!

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 43 йәшлек ҡатын кеҫә телефонының параметрҙарын яҡшыртыр өсөн, уны завод көйләүҙәренә ҡәҙәр яңырта ла, банктың ҡушымтаһын, хәүефһеҙлеген тикшереп тормайынса, интернеттан күсереп ала.

Ялған банк ҡушымтаһынан һаҡ булығыҙ!Ялған банк ҡушымтаһынан һаҡ булығыҙ!
Ялған банк ҡушымтаһынан һаҡ булығыҙ!

Был ҡушымта банк картаһы реквизиттарын һәм йәшерен кодты һорағас, ҡатын бөтә мәғлүмәтте яҙа. Асылда, ҡушымта ялған була һәм мутлашыусылар бер нисә секунд эсендә иҫәп-хисаптан йөҙҙәрсә мең һумды урлай.

Был хәйләгә эләкмәҫ өсөн, ҡушымталарҙы рәсми сайттарҙан ғына күсереп алығыҙ йәки банк бүлексәһендә белгестәр менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: "Мошки" телеграм-каналынан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас