Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2024, 11:15

Радий Хәбиров - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

Башҡортостандың рәсми делегацияһы 23 - 24 апрелдә Дубайҙа «Мөмкинлектәр донъяһы» халыҡ-ара бизнес-форумында эшләй.

Радий Хәбиров - Берләшкән Ғәрәп ӘмирлектәрендәРадий Хәбиров - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә
Радий Хәбиров - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

Был эшлекле сара эшҡыуарҙар берләшмәһе, власть һәм халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәрен берләштерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ошондай сарала республика исеменән сығыш яһау — ҙур мәртәбә.

- Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы исеменән форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә рөхсәт итегеҙ. Беҙ бында ҙур өмөттәр һәм етди бурыстар менән килдек. Форум хаҡлы рәүештә «Мөмкинлектәр донъяһы» тип атала, хәҙерге замандың ысынлап та мөмкинлектәр донъяһы икәнен аңлайбыҙ. Донъяла йөҙләгән дәүләт, йөҙләгән халыҡ, һәм һәр дәүләт донъя иҡтисадына тос өлөш индерә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юҡҡа ғына килмәнек, беҙ бында партнерҙар эҙләйбеҙ. Сөнки, Рәсәй президенты Владимир Путин әйткәнсә, был ғәрәп донъяһында төп сауҙа партнеры. Форумда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы, файҙалы бәйләнештәр теләйем. Сөнки бында беҙ башҡарған эштәр һуңынан дәүләттәребеҙҙең үҫешенә ярҙам итергә тейеш, — тине Радий Хәбиров.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә алтынсы урынды биләй. Былтыр сауҙа күләме биш ярым тапҡырға артҡан.

Фото: "Башинформ"

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас