"Ниндзя парк" - эшҡыуар Алексей Миңлебаевтың проекты. Ул балаларға файҙалы һәм ҡыҙыҡ булған был майҙансыҡты грант ярҙамында эшләгән. Парк 640 кв.м майҙанды биләй. Батут аренаһы, ҡаршылыҡтар һыҙаты, скалодром, лабиринт бар.
Миңлебаев 2017 йылдан бирле эшҡыуарлыҡта, башлыса социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашыра.
Әйткәндәй, уның «Форт Боярд» (дәүләт ярҙамында ер участкаһы алған) күңел асыу үҙәгендә былтыр "Мәктәп туризмы" проекты буйынса 1,5 мең бала ял иткән.
Фото: Администрация городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан.