Апрелдә тәүге йәшен һуңлаңҡыраһа, йәй эҫе була.
Баҡһаң, беренсе күк күкрәүгә тиклем баҡалар баҡылдамай икән. Сөнки йоҡлайҙар. Ә күкрәү уларҙы уята.
Әгәр иртән күк күкрәгәнен ишетһәң, йәй ғәҙәти була. Кис йә төнөн күкрәһә – аномаль йәйҙе көт.
Тәүге йәшен йә күк күкрәүе төньяҡтан күренһә (ишетелһә), йәй һалҡынса була, көньяҡтан – йылы.
Әгәр иртә менән күк күкрәп, ямғыр яумаһа, кискә көн боҙола.
Тәүге күкрәү һәм йәшен дүшәмбелә булһа, аҙна тыныс булмауы ихтимал.
Шишәмбелә – йәй йылы килә.
Шаршамбыла – кәбеҫтә ултыртыу өсөн яҡшы.
Кесе йома – тимәк, артабан да йәшендәр буласаҡ.
Йома – муллыҡҡа ишара.
Шәмбе – балыҡ шәп ҡабасаҡ.
Йәкшәмбе – ғаилә бәхетенә уңай.
Әйткәндәй
Тәүге күк күкрәү мәлендә урамда (тышта) булһаң, депрессиянан ҡотолаһың, тигән инаныу ҙа бар.
Бәғзеләр хатта ергә ятып аунай. Йәнәһе, күк килгәндә, ауырыу-сырхауҙар ергә китә.