Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2024, 13:00

Үҙеңдеке күренмәй

  Бур ҡатындың ҡыҙы булып сыҡҡан.  

Үҙеңдеке күренмәйҮҙеңдеке күренмәй
Үҙеңдеке күренмәй

 

Өфөлә полицияға урлашыу тураһында ғариза менән урындағы ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул үҙенең фатирынан алтын әйберҙәр юғалғанын хәбәр итә. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм ебәрелә.

Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, бур үҙенең 44 йәшлек ҡыҙы булып сыға.  Ул ҡылған ғәмәлен таный һәм әсәһе булмағанда биҙәүестәрҙе алып, бер өлөшөн ломбардҡа тапшырғанын һөйләй. Алған аҡсаны шәхси ихтыяждарға, эсергә тотона.

  Был факт буйынса «Урлау»статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

 

Фото: 

 

izvestiaur.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас