ЙЫЛМАЯЙЫМ
Ҡулдарыма һис эш бармай, Ҡайҙан ғына им табайым? Әйҙә әле ҡыҙыҡ өсөн Тирә-яҡҡа йылмаяйым! Кәйефем юҡ, мәшәҡәт күп, Ни арала тын алайым?.. Мин эшләмәй кем эшләһен? Туҡта, берҙе йылмаяйым! Һис кенә лә тынғы бирмәй Сирем – кемгә зарланайым? Зарланыуҙан ниндәй файҙа? Һиҙмәһендәр - йылмаяйым! Кемдер ғәйбәт һөйләй икән, Нисек кенә үс алайым? Бысранырға теләгем юҡ, Шартлап китһен – йылмаяйым! Абынһам да, һөрлөкһәм дә, Үҙ юлымдан атлап киләм, Был донъяның бар михнәтен Мин йылмайып еңә беләм! #ФирүзәАбдуллина