Авария кисә, 21 апрелдә, киске сәғәт 9-ҙа Архангел ауылының Совет урамында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 42 йәшлек водитель "Шевроле Круз" автомобилендә 64 йәшлек ирҙе бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат була. Шаһиттарҙың һүҙҙәре буйынса, ир юл аша үтеп китергә уйламаған да, ә хәүефһеҙлекте онотоп, үҙе машиналарға ҡаршы барған. Фажиғә буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.