Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апреля 2024, 10:00

Башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса ентекле мәғлүмәт

27 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Уны яҙыу Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Акция ике форматта үтә. Диктантты өс төркөмдә яҙырға мөмкин.

Башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса ентекле мәғлүмәтБашҡорт теленән диктант яҙыу буйынса ентекле мәғлүмәт
Башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса ентекле мәғлүмәт

Диктанттың өс кимәле бар:
— башланғыс кимәл;
— телде яҡшы кимәлдә белеү;
— төньяҡ-көнбайыш диалектты белеү.
Акция ике форматта үтәсәк:
⃣ Офлайн.
Һеҙгә алдан майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк: vk.cc/cwhWAm.
⃣ Онлайн.
Трансляцияны БЮТ телеканалында, шулай уҡ уның социаль селтәрҙәрендә ҡарай алаһығыҙ. Дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыясаҡ.
▫ ️ Сәғәт 11-ҙән 11 сәғәт 25 минутҡа тиклем –башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.

▫ ️ 11 сәғәт 30 минуттан сәғәт 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусы ҡатнашыусылар өсөн.

▫ ️ 12 сәғәт 05 минуттан 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем - төньяҡ–көнбайыш диалектын белгән ҡатнашыусылар өсөн.

Онлайн-форматтағы эштәр чат-ботта (vk.cc/cwhXhN) һәм электрон почта аша bashdiktant2024@mail.ru ҡабул ителәсәк.

📃 Диктант яҙыу өсөн бланк – ошонда: vk.cc/cwhXxy.

Шулай уҡ үҙ майҙансығығыҙҙы теркәй (vk.cc/cwhYif) һәм диктанттарҙы тикшереү өсөн эксперт булараҡ теркәлә (vk.cc/cwhYnM) алаһығыҙ.

➡ Тулыраҡ мәғлүмәтте акцияның рәсми сайтында табырға мөмкин: vk.cc/cwhYqw.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас