Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2024, 15:10

Эһе-һей, ҡайын япрағы йыйҙығыҙмы-у?

Әле иң мәле генә, йәбешкәк, балауыҙлы ғына.

Эһе-һей, ҡайын япрағы йыйҙығыҙмы-у?Эһе-һей, ҡайын япрағы йыйҙығыҙмы-у?
Эһе-һей, ҡайын япрағы йыйҙығыҙмы-у?

Кемдең форсаты бар йыйып ҡалығыҙ. Бик мәшәҡәтле эш. Тик бар түҙемлегеңде усыңа туплайың да эшкә тотонаһың. Бер ағастан икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Апаруҡ ара үтергә тура килә. Хәрәкәттә - бәрәкәт тигән девиз менән үҙеңде дәртләндереп ебәрәһең дә әйҙә йыяһың.

Беренсенән, бер ағастан күпләп алырға ярамай. Зыян килеүе бар.

Икенсенән, эргәһендә ҡырмыҫҡа ояһы булмаҫҡа тейеш. Бар икән, ул ағасҡа яҡын да барып булмай. Сөнки һәр япраҡта ҡырмыҫҡа йәбешеп тора. Йәбешкәк кенә япраҡтың файҙалы матдәләрен алырға тырышалар. Ҡырмыҫҡа бар икән, тимәк япраҡта кеблә лә (тля) бар.

Ҡайын япрағының зыяны ( противопоказаниеһы) юҡ. Мин үҙем йөрәккә көс бирһен өсөн ҡулланам. Тағы ла лямблияға ҡаршы файҙалы япраҡтар улар. Файҙаһы күп. 

Япраҡ йыя алмаһағыҙ ҡайындың алҡаларын булһа ла йыйығыҙ. Тик парлыларын, йәки өсәр- дүртәр теҙелешкәнен. Яңғыҙ эленеп торғандарына  теймәгеҙ. 

Япраҡ тиһәгеҙ иртәгә ваҡыт табығыҙ. Ике- өс көндән япраҡтар ҙурайып йәбешкәклеген юғалта, составы үҙгәрә.

https://vk.com/wall161590218_10581

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас