Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2024, 22:14

Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Ғәбитов вафат булды

Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре, «Почет Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов 85-се йәшендә вафат булды.

Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Ғәбитов вафат булдыБашҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Ғәбитов вафат булды
Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Ғәбитов вафат булды

Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25 ноябрь 1939 йыл) — уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.

Исмәғил Ғәбитов менән хушлашыу дүшәмбе, 22 апрелдә,БР Дәүләт Йыйылышы йортонда (З.Вәлиди урамы, 40) үтәсәк. Иртәнге сәғәт 9-ҙа матәм панихидаһы, аҙаҡ митинг үтәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас