Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апреля 2024, 23:51

Башҡортостан боксеры IBA версияһы буйынса Европа чемпионы булды

Өфөнән Артур Собханғолов ҡаланың Спорт һарайында үткән ярыштарҙа IBA версияһы буйынса Европа чемпионы титулын яуланы. Был хаҡта соцселтәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Башҡортостан боксеры IBA версияһы буйынса Европа чемпионы булдыБашҡортостан боксеры IBA версияһы буйынса Европа чемпионы булды
Башҡортостан боксеры IBA версияһы буйынса Европа чемпионы булды

Боксер төндөң 7-се финал алышында Чемпиондар төнөндә рингта Румыниянан Джеймс Череджиҙы еңде.

Бынан тыш, 1-се алышта республика вәкиле Бекхан Исраилов Ҡаҙағстандан Нурсолтан Аманжоловты уҙҙы, ә 6-сы осрашыуҙа Данис Ғабдрафиҡов үзбәк спортсыһы Бобоусмон Батуровты ҡыйратты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас