- Дим һәм "Дәрүиш" төркөмө үҙ ваҡытында уникаль күренеш ине. Әле лә уларҙың ижады башҡорт рок йүнәлешендә ҙур урын алып тора.
Беҙ йыл һайын үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнсе видео яҙма эшләп, уны Димдең иҫтәлегенә бағышлап һалырға тырышабыҙ.
Был яҙмала Дим менән Фирүзә Париж йырлаған "Юлаусы" йырының темаһы яңғырай, Роза Иҙельбаеваның башҡарыуында үҙе яҙған шиғри юлдар.
Ярҙам өсөн рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ Рим һәм Зәлиә Иҙелбаевтар ғаиләһенә, Комсомол мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә. Айырым ҙур рәхмәт Аймара Биккужинаға вокал яҡтан булышлыҡ өсөн, - ти Булат ағай.
Фото һәм видео: Булат Пирғәлин.