Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апреля 2024, 09:00

Эй, һылыу башҡорт ҡыҙы!

Башҡорт күлдәгендәге ҡатын-ҡыҙға һоҡланып туймаҫлыҡ. 

Эй, һылыу башҡорт ҡыҙы!Эй, һылыу башҡорт ҡыҙы!
Эй, һылыу башҡорт ҡыҙы!

Мәрйен теҙгән ҡашмауыңа тәңкәләрен кем таҡҡан?
Ниҙәр көйләй бейегәндә ҡара ла көмөш алҡаң.
Эх, беләһеңме үҙең ырыуыңды, тамғаңды,
Кемдәр генә һиңә ҡарап, йөрәккәйе янғанды?

Сәстәреңдә сулпыларың нур бөркә әйләнгәндә,
Өләсәйең көйөн көйләй көмөш тәңкә лә тәңкә.
Эх, беләһеңме үҙең ырыуыңды, тамғаңды,
Кемдәр генә һиңә ҡарап, йөрәккәйе янғанды?

Собханалла, толомоңа берүк күҙҙәр теймәһен,
Ҡыйғас ҡашың - ҡыйпылсыҡ ай, был ҡыҙҙы кем һөймәһен?
Эх, беләһеңме үҙең ырыуыңды, тамғаңды,
Кемдәр генә һиңә ҡарап, йөрәккәйе янғанды?

Һин сибәрһең, һылыуҡайым, сит илдең ҡыҙҙарынан,
Ҡайғырма һин бейегәндә ситегең туҙғанына.
Эх, беләһеңме үҙең ырыуыңды, тамғаңды,
Кемдәр генә һиңә ҡарап, йөрәккәйе янғанды?

Бейегәндә мәрйендәрең ем-ем итеп йылтырай,
Сулпыларың, тәңкәләрең таҡмаҡ әйтеп сылтырай.
Эх, беләһеңме үҙең ырыуыңды, тамғаңды,
Кемдәр генә һиңә ҡарап, йөрәккәйе янғанды?

Тәңкә һылыу Урал ҡыҙы моң һирпелә көлгәндә,
Ата-баба йолаларын алып килдеңме әллә?
Эх, беләһеңме үҙең ырыуыңды, тамғаңды,
Кемдәр генә һиңә ҡарап, йөрәккәйе янғанды?
(Динә Булгакова)

Фотола: башҡорт теле уҡытыусыһы Мәҙинә Нәҙерғолова. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас