Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель , 22:10

Заһир Иҫәнсурин - Башҡортостандың халыҡ артисы!

Көн аҙағында матур яңылыҡ: талантлы, үҙенең күңелгә үтерлек тауышы, моңо менән бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йырсы- [id73148651|Заһир Иҫәнсурин ] "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булды! Дәүләт наградаһын Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 85 йыллығына арналған концертта тапшырҙы!

Заһир Иҫәнсурин - Башҡортостандың халыҡ артисы!
Заһир Иҫәнсурин - Башҡортостандың халыҡ артисы!

Заһир Иҫәнсуринды был лайыҡлы исем менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ныҡлы һаулыҡ, тулы залдар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: