Рецепт алты порцияға:
Яҫмыҡ ярмаһы – 1,5 стакан
Һыу – 1,8 л
Бер баш һуған
Лимон – бер-ике телем (тәменсә күберәк тә ярай)
Бер кишер
Дүрт картуф
Көнбағыш майы – биш ҡалаҡ
Томат пастаһы – ике ҡалаҡ
Он – ике ҡалаҡ
Тоҙ, борос, паприка, бөтнөк (мята) – тәменсә
Яҫмыҡ ярмаһын йыуырға. Картуфты, һуғанды шаҡмаҡлап турарға, кишерҙе эре ҡырғыста ҡырырға. Уларҙың барыһын да кәстрүлгә һалып, һыу ҡойоп, ҡайнатырға. Утты кәметеп, 30 минут самаһы бешерергә.
Массаны һыуытып, блендер менән иҙергә лә, тағы плитаға ултыртырға. Ҡайнап сыҡһын.
Табаға үҫемлек майын һалып, унда ондо еңелсә ҡыҙҙырырға, томат пастаһы ҡушып, яҡшылап бутарға. Артабан томат-он массаһын ашҡа өҫтәргә. Бөтнөк, паприка (кемгә ниндәй тәмләткес оҡшай, ҡушһа була) һалып, тоҙлап-борослап, тағы биш минут бешерергә.
Яҫмыҡ ашына лимон һығып эсәләр. Әйткәндәй, һыу урынына тауыҡ йәки һарыҡ ите һурпаһы ла ярай.
Тәмле булһын!