Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апреля 2024, 05:21

Толкачев Семигин менән осрашты

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән «Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн» партияһы рәйестәше, РФ Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.  

Толкачев Семигин менән осраштыТолкачев Семигин менән осрашты
Толкачев Семигин менән осрашты

Константин Толкачев республика парламентында «Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн» фракцияһының эшен билдәләп үтте.
– Фракцияла көслө, әҙерлекле депутаттар составы булдырылған. Хеҙмәттәшлегебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ, беҙҙең арала конструктив мөнәсәбәттәр булдырылған, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Геннадий Семигин «Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәтен үҫтереү буйынса саралар тураһында»ғы юл картаһы проектын тәҡдим итте.
Осрашыуҙа шулай уҡ Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитеты рәйесе, «Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн» сәйәси партияһы фракцияһы етәксеһе Владимир Нагорный ҡатнашты.

Фото һәм сығанаҡ: gsrb.ru

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас