Бөгөн киске сәғәт бишенселә Бөрө районының Вязовка ауылында ҙур янғын теркәлгән. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көстәре һәм ирекмәндәре килеп еткәндә, ангар тибындағы бина тотошлай ут эсендә була. Шулай уҡ бер ҡыйыҡ аҫтындағы гараж, мунса һәм һарай ҙа янып бөтә. Янғындың дөйөм майҙаны 1200 кв.м. ашыу. Утты һүндереүгә 15 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән.
Йорт хужаһының, 1969 йылғы ирҙең, ҡулдары бешкән. Ул 20 һарығын ҡотҡарып өлгөргән.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй, һынау янғын лабораторияһы эксперты ебәрелгән. Янғын зарядкаға ҡуйылған автомобиль аккумуляторынан сығыуы ихтимал (ҡарауһыҙ ҡалдырылған).
Фото: МЧС РБ.