Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апреля 2024, 11:00

Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һуты эсергә яраймы?

Ҡайын һутын эскәндә ул бер аҙ шәкәрле һымаҡ тойола. Шуға күрә лә шәкәр диабеты менән ауырыусылар, эсергәме-юҡмы тип, икеләнеп ҡала.

Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һуты эсергә яраймы?Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һуты эсергә яраймы?
Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һуты эсергә яраймы?

 Әммә уның составында шәкәр ни бары 0,5 – 2 процент ҡына. Уныһының да күп өлөшө  фруктоза.  Витаминдарға һәм тере кислоталарға бай был һут шәкәр диабеты менән ауырыусыларға үтә лә файҙалы. Шуға күрә, эсергә яраймы, юҡмы, тигән һорауға яуап бер – эсергә кәрәк! Өҫтәүенә, уның составында булған фруктоза тәбиғи шәкәрҙән күпкә яҡшыраҡ. Шунлыҡтан уны 2-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла эсергә мөмкин.

Был эсемлектең иң төп шифаһы – составындағы калий. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһап, организмда матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә. 

2-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һутының яңы ғына алынғанын эсергә кәрәк.  Көнөнә күпме эсергә, артыҡ сикләүҙәр юҡ. Шулай ҙа көнөнә 500 – 600 мл етәлер.  Иң яҡшыһы – уны ашар алдынан эсергә.  Диабет менән ауырыусыларға берҙән-бер генә – аллергия. Ә аллергия самаһыҙ ҡулланыуҙан ғына булыуы ихтимал. Ҡайын һутын күпләп ҡулланғанда ашҡаҙан-эсәк трактына, тирегә, эндокрин системаһына кире йоғонто яһауы мөмкин. Шунлыҡтан, ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас