Баш ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитетында белдереүҙәренсә, Георгий таҫмаһын ҡаланың һәр районында алырға мөмкин.
9 майға тиклем ирекмәндәр ҡаланың төп урамдарында, парктарҙа һәм сауҙа үҙәктәре янында хәтер символын таратасаҡтар.
Улар таҫманы нисек дөрөҫ итеп, йөрәк тәңгәлендә тағып йөрөргә кәрәклеген дә аңлата.
Георгий таҫмаһы — хәрби дан символы, еңеүселәрҙең ҡаһарманлығына хөрмәт билдәһе.