Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оператив рәүештә урынға килә һәм зыян күреүселәргә ярҙам итә. Һәләк булыусылар, шөкөр, юҡ. Еңел автомобилдәрҙән өс кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 62 йәшлек водитель идара иткән "Форд Транзит" автобусының тормоздары светофорҙың ҡыҙыл сигналында боҙолған. Алдағы транспортҡа бәрелмәҫ өсөн водитель юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм автобус башта бер автомобиль менән бәрелешә, шунан кире үҙ һыҙатына барып сығып, икенсе автомобилгә бәрелә. Артабан 8 транспорт бер-береһенә инерция буйынса бәрелә. Дөйөм алғанда 11 автомобиль механик зыян күрә. Ярай ҙа "Форд" пассажирҙарһыҙ ремонтҡа китеп барған булған.
Фото: МЧС РБ.