Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель , 11:00

"Туғанлыҡ" фестивале спектаклдәрен ҡарарға әҙерһегеҙме?

Өфөлә VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале була. Бығаса фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине, хәҙер уның форматы киңәйгән.

"Туғанлыҡ" фестивале спектаклдәрен ҡарарға әҙерһегеҙме?
"Туғанлыҡ" фестивале спектаклдәрен ҡарарға әҙерһегеҙме?

Фестивалдә 14 сәхнә әҫәре ҡатнаша. Конкурс программаһында — Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан, Марий Эл театр коллективтарының спектаклдәре.  Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.

«Туғанлыҡ» милли театрҙар фестиваленә почетлы ҡунаҡ итеп Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәскәүҙең Олег Табаков театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков саҡырылған.

Фестиваль Өфөлә 16-23 майҙа уҙа. Спектаклдәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Өфө «Нур» дәүләт татар театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләрендә ҡуйыла.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: