Уның эшендә оло йәштәге ирекмәндәр, ғилми йәмғиәт, Башҡортостандың башҡарма власть органдары һәм коммерция булмаған ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Сәләмләү һүҙе менән БР Фәндәр академияһының стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев мөрәжәғәт итте. Ул сараның төп маҡсаты оло йәштәгеләрҙең тормош оҙайлығын һәм сифатын күтәреү булыуын билдәләп үтте.
БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова командала эшләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Нимәлер эшләргә теләһәң, мотлаҡ команда менән эшләү кәрәк. Яңғыҙ бер нәмәне лә хәл итеп булмай. Фекерҙәштәр командаһы йыйылған осраҡта бөтә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеп була, – тине ул.
Ольга Кабанова шулай уҡ республика Башлығы инициативаһы менән тормошҡа ашырыла башлаған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы тураһында ентекләп һөйләп үтте.
- Проект 2020 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Хәҙер уға 260 меңдән ашыу оло йәштәге кеше йәлеп ителгән. Әгәр ҙә башланғыс этабында 150 мең кеше булһа, хәҙер был һан 100 меңгә артҡан. Әммә йылдан-йыл хаҡлы ялдағылар артыуын һәм әлеге ваҡытта беҙҙә оло йәштәгеләрҙең 900 меңдән ашыу булыуын иҫәпкә алып, беҙҙең алда был категорияға ҡараған бөтә граждандарҙы ла ошо проектҡа йәлеп итеү маҡсаты тора.
Проект сиктәрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” порталы булдырылған. Унда проекттың йүнәлештәре, клубтарҙың графигы һ.б менән танышырға мөмкин».
БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы Никита Хрулев “көмөш ирекмәндәр”гә әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
өн рәхмәт белдерҙе.
– “Көмөш ирекмәндәр” – үҫеп килгән быуынға өлгө булып тороусы кешеләр, – тине ул. Уның фекеренсә, тап оло быуын ирекмәндәре ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә тиҙ һәм берҙәм эш итә.
Сарала ҡатнашыусылар “көмөш” ирекмәнлек эшмәкәрлегенең төп аспекттары тураһында фекер алышты. “Түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраған эшлекле тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр йомғаҡлау резолюцияһына индерелде.
Фото:Автор фотоһы.