Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля 2024, 16:38

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...

Уҙған тәүлектә республикала 20 янғын теркәлгән.

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...

Кисә киске сәғәт етелә Дүртөйлө районының Етембәк ауылында йорт янған. Ул йортта күп балалы ғаилә йәшәгән (2011, 2017, 2020, 2022 йылғы балалар).

Ут тоҡанған ваҡытта өйҙә ике бала үҙҙәре генә була, ә ҡатын ике балаһы менән - урамда. Әсә күңеле һиҙгәндер инде, ул өйөнә ашығып ҡайта һәм утты күреп, балаларын урамға алып сығып өлгөрә. Утты һүндергәндәр, артабан таралыуына юл ҡуймағандар.

Янғындың сәбәбе асыҡлана (Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһенең фараздарының береһе буйынса, янғындың боҙоҡ электр сымынан башланыуы ихтимал). 

Кушнаренко ауылында ла өй яна. Янғында 1997 йылғы ирҙең тәне ныҡ бешкән. Уны күршеләре иҙәндә табып, урамға сығарып өлгөрә. Ир бик ауыр хәлдә Өфө дауаханаһында ята...

Янғын газ ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Күршеләре шартлау һәм һауыт-һаба шалтыраған тауыш ишетә.

Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе үткәрә.

Фото: МЧС РБ.

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас