Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля 2024, 17:45

Инвалидтарға ОСАГО страховкаһының яртыһы кире ҡайтарыла

Башҡортостанда 164 инвалид ОСАГО полисы хаҡының 50 проценты күләмендә компенсация алған.

Инвалидтарға ОСАГО страховкаһының яртыһы кире ҡайтарылаИнвалидтарға ОСАГО страховкаһының яртыһы кире ҡайтарыла
Инвалидтарға ОСАГО страховкаһының яртыһы кире ҡайтарыла

   Социаль фондтан аңлатыуҙарынса,    медицина күрһәтмәһе буйынса автомобиль кәрәк булған граждандар, шул иҫәптән балалар һәм уларҙың законлы вәкилдәре бындай льготаға эйә. 

Компенсация бер автомобилгә бирелә, уны йылына бер тапҡыр алырға мөмкин.   Полиста, машинаның хужаһын йәки законлы вәкилен иҫәпкә алып, өсәүҙән артыҡ водитель күрһәтелергә тейеш түгел.  

Түләүҙе Дәүләт хеҙмәте порталы йәки МФЦ аша  ебәрелгән ғариза буйынса алырға мөмкин.  Аҡса ҡарар ҡабул ителгәндән һуң биш көн эсендә түләнә.   

Әгәр ҙә страховка килешеүе төҙөгәндә автомобилдең хужаһы йәки уның законлды вәкиле тураһында мәғлүмәт һәм ғариза биреүсенең стасусы тураһында белешмә Социаль фондҡа  бирелгән булһа, ғаризаһыҙ ҙа мөмкин.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас