Иртән 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә ҡала быуаһында кешенең боҙ аҫтына ҡолап төшөүе тураһында хәбәр килә. Урынға килеп еткәс, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡаранда этте таба, уны сығара һәм эҙләү эштәрен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1977 йылғы ҡатын һыу аҫтында табылған. Ул этен йөрөтөргә алып сыҡҡан булған...
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ ҡына ошо уҡ һыу ятҡылығында ҡотҡарыусылар һыуҙан 3 кешене, шул иҫәптән боҙ аҫтына ҡолаған 2 баланы ҡотҡарғайны.
Зинһар, боҙға яҡын да бармағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.