Ҡайтып етеп, телефон аша күршеһе менән һөйләшкән саҡта Марат шифер шартлаған тауышты ишетә, төтөндө күрә - ике өй аша йорттоң верандаһын ут ялмап алған була.
Марат шунда уҡ күршеһе Рауилды саҡыра ла, ярҙамға бара һала. Ә икенсе яҡтан Владимир исемле ир йүгереп килеп етә.
Марат асыҡ тәҙрәгә: "Берәйһе бармы?" - тип ҡысҡыра. Яуап булмай. Ирҙәр өсәүләп йәһәт кенә газ баллондарын хәүефһеҙ урынға ташый.
Был ваҡытта ут йорттоң ҡыйығына күсә. Шул мәлдә Марат 72 йәшлек хужабикәнең ҡысҡырған тауышын ишетеп ҡала һәм тәҙрә аша өйгә инә. Төтөнгә ағыуланған, тәне бешкән хужабикәне ирҙәр тәҙрә аша тышҡа сығара.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре асыҡ янғынды һүндерә.
Талбазы ауылынан Марат Иҙрисов, Владимир Федоров һәм Рауил Шакировтың ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге арҡаһында оло йәштәге ҡатын ҡотҡарыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы уларҙы бүләкләү тураһында кәрәкле документтар әҙерләй.
Фото: МЧС РБ.