Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2024, 15:30

Шпинаттан рулет

Табынға ҡабымлыҡ.

Шпинаттан рулетШпинаттан рулет
Шпинаттан рулет

 

150 г шпинат, 3 йомортҡа, тоҙ, 50 г он, 0,5 ҡалаҡ лимон һуты, тоҙло ҡыҙыл балыҡ, сыр кәрәк.

Шпинатты блендерҙа иҙергә. Шуға айырым 3 йомортҡа һарыһы һәм лимон һуты һалып күпертелгән йомортҡа ағын һалырға, он, тоҙ  ҡушырға.

Сифатлы пергамент ҡағыҙына килеп сыҡҡан массаны йәйеп, ҡыҙыу мейестә киптермәй генә бешерергә. Йәймә бер аҙ һыуынғас, йомшаҡ сыр (сливочный сыр) һылап, уның өҫтөнә телемләп киҫелгән балыҡ һалып төрөргә . Рулетты фольгаға урап,һыуытҡысҡа һыуытырға ҡуйырға.

Табынға тәмле ҡабымлыҡ әҙер.

Фото: gremlincom.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас