Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2024, 06:30

Изгелек акцияһында ҡатнашығыҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте Рәсәй клиник онкология ойошмаһы менән берлектә үҙенсәлекле акция башлаған. Уның шарттары яп-ябай, ә ярҙамы ҙур.

Изгелек акцияһында ҡатнашығыҙ!Изгелек акцияһында ҡатнашығыҙ!
Изгелек акцияһында ҡатнашығыҙ!

"Книготерапия RUSSСО" акцияһында ҡатнашырға теләүселәр нәшриәт магазинынан 15 процент ташлама менән китап һатып ала һәм уны махсус ҡабул итеү пункттарына тапшыра. Улар түбәндәге адрестар буйынса:

-магазин «Китап» (г. Уфа, ул. Ленина, д. 26)
-киоск «Китап» (г. Уфа, ул. Тукаева, д. 46)
-издательство «Китап» (г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13)

23 апрелдә китаптарҙы Республика клиник онкология диспансерына, Республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гемотология бүлексәһенә, БДМУ-ның Урология һәм онкология институтына тапшыралар.

"Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова менән ошо яҡшы башланғыста ҡатнашыуыма шат булдым. Әйткәндәй, "Китап" нәшриәтенең заманса яңы магазины Өфөнөң үҙәгендә асылды. Магазин концепцияһы, матур теҙелгән китаптар төрлөлөгө менән йәлеп итә", - тип яҙған социаль селтәрҙә «ЯКласс» белем биреү проекттары етәксеһе, башҡорт телен өйрәнеүҙе электрон форматта таратыусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты Морат Ишемғолов.

Фото: Мурат Ишемгулов (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас