Ярай әле, ҡатындар ныҡ итеп ҡысҡырып, адекват булмаған ирҙәрҙе өркөткән. Интернациональ урамындағы йорттоң бер подъезында уҡыусы ҡыҙ бала артынан эйәреп ингән ирҙе шундағы бер ҡатын күреп, ҡысҡырып ҡыуған һәм хатта видеоға ла төшөрөп өлгөргән. Плеханов урамында ла шул уҡ ир бер ҡатынға бәйләнергә маташҡан. Унда ла ҡорбан яман аҡырып ебәргән. Ир тағы ла ҡасҡан.
Бөгөн хоҡуҡ һаҡсылары шул бәндәне тотҡан, тигән хәбәр бар. Ул 1972 йылғы бер ҡайҙа ла эшләмәгән, бығаса хөкөм ителгән.
Яңғыҙ йөрөһәгеҙ, үҙегеҙ менән бәләкәй газ баллонсығы алығыҙ, кәрәк саҡта (Аллам һаҡлаһын инде) һөжүм итеүсегә һиптерерһегеҙ, тип кәңәш биреп ҡарайыҡмы икән? Тамам шашты әҙәмдәр...
Фото: Телеграм-канал "Короче, Уфа"