Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2024, 17:45

Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үтте

Бөгөн БР Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалабыҙҙың юбилейын билдәләүгә әҙерлекте тикшерҙе. Кәңәшмәнең төп темаһы - байрам саралары.

Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үттеӨфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үтте
Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үтте

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, 450 йыллыҡҡа арналған саралар проекты министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә төҙөлгән. Исемлектә мәҙәни, спорт, конгресс, мәғрифәт, белем биреү, йәштәр проекттары - барлығы 100-ҙән ашыу сара. Шул иҫәптән федераль кимәлдәгеләр ҙә.

Улар араһында 40-лап сара Өфөлә тәүгә үткәрелә, ә бығаса булғандары ҙурыраҡ кимәлдә, күмәгерәк кеше ҡатнашлығында ойошторола.

Мәҫәлән, 1 июндә Конгресс-холл янында VK Fest үтә. Унда Рәсәй башҡарыусылары килә.

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, быйыл «Туғанлыҡ» халыҡ-ара театр фестивале, «Шаляпинские вечера в Уфе» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале, «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе була. Бынан тыш, «Денис Мацуев представляет», «Романтика осени», «Сердце Евразии», «Время героев», «Айда играть» кеүек фестивалдәр ойошторола.

Ҙур театр, Александринский театры, Сергей Образцов исемендәге ҡурсаҡ театры Өфөлә тәүгә сығыш яһаясаҡ, Третьяков галереяһы, Дәүләт Эрмитажы күргәҙмәләре лә киләсәк.

Өфөнөң юбилейының төп көнө итеп 31 август билдәләнгән. Күңел асыу саралары өс майҙанда: "Ватан" этнопаркында, Ленин һәм Машина эшләүселәр майҙандарында үтә.

«Россия – спортивная держава» һәм Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге XX юбилей форумы ла юбилей саралары иҫәбендә.

БР Башлығы апрель аҙағына ваҡиғалар картаһын ентекле итеп әҙерләргә ҡушты. Әлбиттә, был сараларҙа туристар ҙа күп булырға тейеш.

Юбилей объекттарына килгәндә, быйыл көҙгә Көрәш һарайы төҙөлөп бөтә. Инорста ишкәк слаломы комплексының беренсе сираты тамамлана.

«Көньяҡ ҡапҡа» төҙөлөшө дауам итә. Ағиҙел күпере яңыртыла. Өфөнөң үҙәктәге бер нисә урамы ла төҙөкләндерелә (Ленин, К. Маркс, Пушкин, Коммунистик, Яңы күпер). Октябрь Революцияһы урамында ла ҙур эш башҡарыласаҡ.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үтте
Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үтте
Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмә үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас