Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 13 йәшлек ҡыҙ велосипедта йөрөгән. Ярамаған урында юл аша сыҡҡанда ел уның бейсболкаһын юлға осора. Бала, велосипедын юл ситендә ҡалдырып, юлға сығып йүгерә. Шул мәлдә маршрут автобусы ҡыҙҙы бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡыҙ йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, автобус Бөрө - Питяево маршруты буйынса хәрәкәт иткән, салонда ике пассажир булған, улар зыян күрмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә.
Фото: БР ЮХХДИ.