Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2024, 10:48

Аҙна башында БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә яңғыраған төп белдереүҙәр

- Радий Хәбиров указы менән Азат Бадранов БР Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт менән идара итеү буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Урал Килсенбаев - БР хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, Элина Ғатауллина төбәк Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе ителде.

Аҙна башында БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә яңғыраған төп белдереүҙәрАҙна башында БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә яңғыраған төп белдереүҙәр
Аҙна башында БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә яңғыраған төп белдереүҙәр

- Радий Хәбиров Владимир Путин менән осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә Һуғыш ветерандары госпитален, Лидерҙар мәктәбен һәм Өфөнө Көньяҡтан урау юлын төҙөүҙә ярҙам алыуы хаҡында һөйләне.

 - Өфөлә үтәсәк Халыҡ – ара спорт форумының яҡынса датаһы - 17 октябрь.

- Башҡортостан Белгород өлкәһенән 498 баланы ҡабул итте, уларҙы Илеш һәм Әбйәлил райондары лагерҙарына урынлаштырасаҡтар. Радий Хәбиров фронт янындағы биләмәлә ҡамалған балаларға тейешле иғтибар биреүҙәрен һораны.

- Палестинанан төбәккә һигеҙ кеше килде.

- Башҡортостан Сүриәгә һәм Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ебәрҙе. Ә Ырымбурҙа республиканан ҡотҡарыусылар отряды көслө ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итә.

- БР Башлығы район башлыҡтарын яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерлек ҡәнәғәтләнерлек булмауы һәм тораҡ пункттарҙы йыйыштырыуы өсөн тәнҡитләне. Башҡортостан башлығының шәхси ҡушыуына ҡарамаҫтан, Әлшәй, Йылайыр, Краснокама һәм Нуриман райондарында һыу һибеү машиналары һатып алынмаған. 

- 27 апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелә. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры Константин Толкачевтан законһыҙ ут тоҡандырған өсөн штраф күләме етерме-юҡмы икәнлеген өйрәнеүен һораны. "Беҙҙә бик эҫе йәй көтөлә һәм шуға ярашлы янып торасаҡбыҙ. Шуға күрә әҙер булырға кәрәк " - тип өҫтәне Радий Хәбиров

- Өфө аэропорты тәүгеләрҙән булып Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән иң ҙур объекттарҙың береһен файҙаланыуға тапшырҙы. Ике терминалды берләштергән ҡыйыҡты ваҡытынан 1,5 ай алдараҡ асалар. Ул "Ҡанаттар" премияһында еңеү килтерҙе лә инде. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас