Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2024, 05:36

Урал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

ЦУР-ҙа бөгөн барған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы хөкүмәттә һәм үҙенең хакимиәтендә кадрҙар алмашыныуы тураһында хәбәр итте. Мәҫәлән, Урал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары ителде. Быға тиклем был вазифаны Азат Бадранов биләгән ине, ул, үҙ сиратында, БР Башлығы Хакимиәтенә күсте.

Урал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләндеУрал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Урал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

"Урал Килсенбев Азат Бадранов етәкләгән функционалға етәкселек итәсәк. Мин икегеҙгә лә уңыштар теләйем, икегеҙ ҙә етди компетенцияға эйә. Берҙәм һәм етди эшләгеҙ, был өлкәлә мәсьәләләр байтаҡ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас