Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2024, 06:30

Уҙған ялдарҙа республикала 80 кешелә коронавирус асыҡланған

Бының турала бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Уҙған ялдарҙа республикала 80 кешелә коронавирус асыҡланғанУҙған ялдарҙа республикала 80 кешелә коронавирус асыҡланған
Уҙған ялдарҙа республикала 80 кешелә коронавирус асыҡланған

Әлеге ваҡытта стационарҙа 98 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 61 кеше дауалана. Амбулатор рәүештә 1750 кеше дауалана, шуларҙың 758-е-оло йәштәгеләр. Тәүлек эсендә 83 кеше дауахананан сығарылған.

Инфекцион госпиталдәрҙә буш койка фонды 23 процент кимәлендә һаҡлана, тип өҫтәне Айрат Рәхмәтуллин.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас