Күҙ күрә, үпкә тын ала, аяҡтар йөрөй, ашҡаҙан үҙ эшен башҡара, йөрәк тибә – быларҙы беҙ, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Айырыуса йәш саҡта сәләмәтлек хаҡында уйламайбыҙ ҙа, хәстәрлек тә күрмәйбеҙ. Ә бит гел улай ғына дауам итмәүе лә ихтимал… Тора-бара ниндәйҙер орган йә система ҡаҡшай башлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә һуң? Сәләмәтлекте нимә нығыта?
Йоҡлар алдынан яратҡан кешене ҡосаҡлап, һеҙ организмығыҙға – иркен тын алырға, ә мейегә проблемалар хаҡындағы уйҙарҙан арынырға булышлыҡ итәһегеҙ. Йоҡо ла күпкә тыныс һәм нығыраҡ буласаҡ.
Кемдең өйөндә дүрт аяҡлы бындай дуҫы бар, уларҙың йөрәк менән бәйле проблемалары – ике тапҡырға һәм өс тапҡырға инфаркт кисереү хәүефе кәмерәк.
Көн һайын бер нисә саҡырым атлап үтеү ҡан тамырҙарын, үпкәне, мускулдарҙы нығыта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен ¼ тапҡырға кәметә.
Даими рәүештә был һутты эсеү остеопороздан һәм һимереүҙән һаҡлай.
Был тәбиғи аҙыҡ баш мейеһенең эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта. Шунлыҡтан ул ололар өсөн дә, баларға ла берҙәй файҙалы.
Статистика буйынса, диңгеҙгә яҡын йәшәгән кешеләр әүҙем тормош алып бара һәм стресҡа бирешеп бармай. Сағыштырмаса улар һирәгерәк ауырый ҙа.
Организмға көнөнә 8 стакан һыу талап ителә. Тимәк, эске килмәһә лә эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуһағанығыҙҙы тояһығыҙ икән, организм дөйөм ауырлыҡтан бер процент һыуҙы юғалтҡан тигән һүҙ. Ә ун процентты юғалтыу ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.
Ауырыуға килтереүсе сәбәптәр
Рационда ул ни тиклем күберәк, шул тиклем йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу хәүефе арта. Уны ҡулланыуҙы тәүлегенә ¼ балғалаҡҡа тиклем ҡалдырғанда, инфаркт кисереү ҡурҡынысы ике тапҡырға кәмей.
Төнгө ял дүрт сәғәттән кәмерәк булһа, тотош организмдың эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтерә. Ә насар йоҡлауҙың һимереүгә сәбәп булыуы бар.
Янығыҙҙа яратҡан, яҡын кешеләрегеҙҙең булыуы – иммуниетты нығыта, депрессиянан һаҡлай.
Статистика күрһәтеүенсә, тәмәке тартыусыларҙа үпкә яман шешенә ҡарағанда, был прибор менән ҡулланыусыларҙа тире яман шеше йышыраҡ осрай.
Ғалимдар фекеренсә, эшһеҙ кеше, көн дә иртән уянғандан кискә тиклем эштә стресс кисереүсегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ һәм бәхетлерәк.
Беҙҙең тәндә урынлашҡан микроорганизмдар иммун системаһын тонуста тоторға ярҙам итә. Артыҡ ныҡ таҙалыҡ йыш ауырыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.
Кем көнөнә 3 – 4 сәғәт ултырып эшләй, улар ике йылға ғүмерен ҡыҫҡарта.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.