Урман хужалыҡтары һәм урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре урман фондында 80 участок әҙерләгән, уларҙа 140 гектар майҙанда 500 мең самаһы яңы ағас ултыртыласаҡ. 2024 йылдың урман культураһы миҙгеленә ҡарата барлығы 50 миллион дана самаһы үҫенте үҫтерелгән, шуларҙың 3,5 миллионы ябыҡ тамырға тура килә. Бының өсөн урман хужалыҡтарында 65 теплица һәм 64 асыҡ грунтлы урман питомнигы бар. Ултыртыу материалының бар күләме бөтә республика урман ҡулланыусыларының ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә ала.
Ағас ултыртыу датаһы, ваҡыты, урындары тураһында мәғлүмәт онлайн-картала «Хәтер баҡсаһы» акцияһының рәсми сайтында урынлаштырылған. Башҡортостанда «Патриот» паркы биләмәһе үҙәк майҙансыҡ буласаҡ, унда 300-гә яҡын йүкә ултыртыу күҙаллана.