Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2024, 05:33

Эшҡыуар яҡташыбыҙ - Милли премия финалисы

Туймазы ҡалаһынан Ангелина Ульданова дәүләттән адреслы ярҙам алып, 2021 йылда "Доброе слово" психолог-телмәр үҙәге аса. Был үҙәктә логопед, массажсы, фитнес тренеры эшләй. Ангелина ханым "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" төбәк конкурсы еңеүсеһе лә.

Эшҡыуар яҡташыбыҙ - Милли премия финалисыЭшҡыуар яҡташыбыҙ - Милли премия финалисы
Эшҡыуар яҡташыбыҙ - Милли премия финалисы

Әле ул Мәскәүҙә үткән "Бизнес - Успех" Милли премияһының федераль этабы финалисы булған. Был - Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге иң абруйлы конкурстарҙың береһе.

Ангелина Ульданова 2020 йылда социаль контракт нигеҙендә килешеү төҙөп, социаль ярҙам алған. Ул Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары ассоциацияһының Туймазы бүлексәһен етәкләй. Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар араһындағы халыҡ-ара конкурстың "Милләт һаулығы" номинацияһында иң юғары баһа алған.

Фото: Администрация муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас